Ҡантүштәр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *


Ҡантүштәр
Аҡлы-ҡаралы һүрәттән
Торғандай ҡышын баҡса,
Ҡыйыҡтар ҙа гел бер иштән -
Мамыҡ "башлыҡтар" баҫҡан.
Күкрәк ярылып китерҙәй-
Сафлыҡ эсерә һауа,
Баҡһаң, ошо ябайлыҡта
Бар күңелгә им, дауа.
Аҡлы- ҡаралы донъяла
Әйтерһең алма беште -
Баҡсаға йәй йәме биреп
Ҡантүштәр килеп төштө.
Аҡлы-ҡаралы донъяла
Бар икән һанһыҙ осҡон,
Ҡанатланып шул осҡондан
Килә күктәргә осҡом.

  • Ҡантүш - ҡыҙылтүш

2013